Тимур Рамазанов «От ыры» халыҡ-ара этник-эстрада фестиваленән еңеү менән ҡайтты

Тимур Рамазанов «От ыры» халыҡ-ара этник-эстрада фестиваленән еңеү менән ҡайтты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамазанов Хакасияла үткән «От ыры» халыҡ-ара этник-эстрада конкурс-фестивалендә ҡатнашып беренсе дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды.

  Хакасияның баш ҡалаһы Абаканда «От Ыры – 2017» (Ут йыры) Халыҡ-ара этник-эстрада конкурс-фестивале  дини, шаман, медитатив, йыһан һәм серле музыка фестивале, тип тә атайҙар. Быйылғы конкурста 20 илдән килгән йырсы көс һынашҡан. ФестивалдәҠырым, Алтай, Бүрәт, Тыва, Хакасия республикаларынан, Новосибирск өлкәһенән, Красноярск һәм Хабаровск өлкәләренән йырсылар  ҡатнашҡан.

Башҡортостан исеменән яҡташыбыҙ бихисап халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Тимур Рамаҙанов сығыш яһаны. Тимур тамашасыларға һәм жюри ағзаларына ике әҫәр – башҡорт халыҡ йыры «Азамат» һәм үҙе ижад иткән «Йәшәйбеҙ» йырын тәҡдим итте.

Тағы ла  шуныһы ҡыуаныслы, жюри ағзалары араһында быйыл да Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, «От Ыры-2014» конкурс-фестивалендә Гран-при яулаусы Марсель Ҡотоев та ҡатнашты.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb