Тимур Рамаҙанов «Eлiм Meнiн» халыҡ-ара конкурсында икенсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды

Тимур Рамаҙанов «Eлiм Meнiн» халыҡ-ара конкурсында икенсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы Тимур Рамаҙанов июнь башында ғына «Урал моңо - 2018» халыҡ-ара төрки йәштәренең конкурс-фестивалендә үҙе ижад иткән «Тыуған ерҙең тауышы» исемле йырын башҡарып беренселекте яулап ҡыуандырҙы. Уҙған ял көндәре Тимурҙан йәнә шатлыҡлы хәбәр килде.

15-16 июндә Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында композитор, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Бейбит Оралулының йырҙарын башҡарыусылар араһында «Eлiм Meнiн» исемле халыҡ-ара конкурс үтте. Мәртәбәле бәйге тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан унда Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Әзербайжандан, Болгариянан тиҫтәнән ашыу йырсы ҡатнашырға теләк белдерә. Рәсәй данын иһә Башҡортостан егете, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамаҙанов яҡланы. 

Тимур башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һәм ҡаҙаҡ телендә композитор Бейбит Оралулының «Мин һине һағынам» исемле йырын башҡарып икенсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. 

Тимур Рамаҙанов һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә ныҡлы эшләй, йырҙар ижад итә, яңы йүнәлештәргә лә мөрәжәғәт итергә ҡурҡмай. Һәр ваҡыт эҙләнеү юлында һәм һәр ваҡыт бәйгеләргә әҙер. Мәртәбәле еңеүҙәрең алда булһын, абруйың артҡандан артһын ғына, тигән теләктә ҡалабыҙ!

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb