Тиҙҙән "Балыҡсы һәм алтын балыҡ әкиәте" сәхнә күрәсәк

Тиҙҙән "Балыҡсы һәм алтын балыҡ әкиәте" сәхнә күрәсәк

Туймазы татар дәүләт драма театрының ижад коллективы бөйөк рус әҙибе Александр Сергеевич Пушкин әҫәре буйынса “Балыҡсы һәм алтын балыҡ” спектаклен әҙерләй
Балаларҙың һәм ата-әсәйҙәрҙең иң яратҡан әкиәттәренең береһе, алтын балыҡ әкиәте, 1883-сө йылда яҙылған. 

Зәңгәр диңгеҙ ситендә ҡарт менән әбей йәшәгән. Тормоштары бик ярлы булған. Ҡарт һәр көн балыҡҡа йөрөгән, шулай, асҡа үлмәҫлек бер аҙ тамаҡ ялғағандар. Көндәрҙән бер көндө ҡарт алтын балык тотҡан!

Был әкиәтте яңы теле асылған сабый бала ла  белә. Ә шулай ҙа, бөйөк шағирҙың был әкиәт аша нимә әйтергә теләгәнен беләбеҙме? Башта ҡарт алтын балыҡтан әбейе өсөн яңы ялғаш һораған, балыҡ ҡарттың үтенесен үтәгән, тик әбейгә был бик әҙ тойолған, ул яңы йорт һораған, балыҡ уны йортло ла иткән, әбейҙең күңеле ҡәнәғәтләнмәгән, ул тағы ла ҙурыраҡ мөлкәт, дәрәжә һорап бабайҙы балыҡ янына ебәргән. Балыҡ уларҙың теләктәрен үтәгән, әбейҙең нәфсеһе бер ҡасан да  баҫылмағанлығын аңлағас, әбейҙе аҡылға ултыртырға уйлаған, элекке ярлы тормошона ҡайтарған. 
А.С.Пушкин ошо әкиәтте яҙғандан һуң, халыҡ телендә “Ярыҡ тағараҡ янында ҡалыу” тигән әйтем йөрөй башлаған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb