М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры хәбәр итеүенсә, 17 һәм 18 март көндәре Флорид Бүләков пьесаһы буйынса "Һөйәһеңме - һөймәйһеңме..." трагикомедияһының премьераһы.
Был пьесаны сәхнә ярата, Башҡортостанда ла, унан ситтә лә бик күп уйналды. Тамашасыға таныш булған был тарихты йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев нисегерәк итеп еткерер икән?
Иҫләйһегеҙме, көтмәгәндә-уйламағанда Абдулланың төшөнә Әжәл кереп ҡурҡыта. Күргәндәрен түкмәй-сәсмәй Фатимаһына һөйләй ҡарт. Әгәр ҙә ғүмерен оҙайтҡыһы килһә, өс сәғәт эсендә берәй сауаплы эш ҡылырға тәҡдим итә Әжәл уға. Ҡарттар баш ватып изгеы эш эҙләй. Уйламаған нәмә ҡалмай: хатта бала тыуҙырырға ла тәҡдим итеп ҡуя ҡарт. Тик ваҡыт тигәнең аяуһыҙ, ғүмер үтеп киткән, балалар ҙа юҡ инде. Абдулла менән Фатиманың күҙ алдынан бер-бер артлы йәшлек хәтирәләре үтә: унда мөхәббәт тә, һөйөү ҙә бар ине кеүек, тик улар менән бергә тормошто аяныслы итерлек тағы ла бер нәмә оҙатып барҙы һымаҡ. Әжәл сәғәте билдәле, ул аяуһыҙ, көтөп тормаясаҡ. Тик һөйөү генә йәшәргә дәрт һәм йән биреүселер ул. Һөйәме – һөймәйме? Быны өс сәғәт эсендә аңлап та булмай, бының өсөн тотош ғүмер ҙә аҙ һымаҡ. Беҙҙең ҡарттар сауаплы эш эшләп өлгөрөрме һуң? Үҙегеҙ күрерһегеҙ. Күрерһегеҙ, ишетерһегеҙ, көлөрһегеҙ, иларһығыҙ, уйланырһығыҙ... Нимә тураһындамы? Һәр кем үҙ уйына батыр...
Ролдәрҙә: Олег Ханов, Әхәт Хөсәйенов, Эльвира Юнысова, Рәмзиә Хисамова, Тәнзилә Хисамова, Рима Сәлмәнова, Артур Ҡунаҡбаев, Азат Вәлитов, Юлиә Ғәләүетдинова.