Тиҙҙән Башҡортостанда «Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр фестивале уҙа

Тиҙҙән Башҡортостанда «Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр фестивале уҙа

Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале 8-12 июнь көндәренә билдәләнгән.

Быйыл «Берҙәмлек» фестивале 4 район һәм Өфө ҡалаһы биләмәһендә уҙғарыласаҡ. Сит илдәрҙән Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сербия, Көньяҡ Корея, Сенегал, Чилинан 10 коллективтың килеүе көтөлә, ти ойоштороусылар.

Сара сиктәрендә ижади делегацияларҙы ҡабул итеү, ҡалалар һәм район үҙәктәре урамдары буйлап парадтар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре һәм йәрминкәләре, театрлаштырылған тамашалар, ҡунаҡтарҙың концерты, танышыу кисәләре ҡаралған. Сит илдәрҙең ижади коллективтары район һабантуйҙарында ла ҡатнашасаҡ.

Фестиваль барышында Этнокөн уҙғарыласаҡ. Байрамды ябыу тантанаһы һәм Гала-концерт 12 июнгә билдәләнгән.

Фестиваль көндәрендә республикаға Фольклориада буйынса CIOFF® комитеты ағзалары килә. 2020 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыр алдынан «Берҙәмлек» CIOFF® комитеты ағзаларына республиканың инфраструктура ҡеүәтен баһалауҙан тыш, Башҡортостандың халыҡтарының бай традицияһы менән танышыу мөмкинлеген дә бирә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb