Тиҙҙән "Беренсе республика" тарихи фильмын төшөрөү тамамланасаҡ

Тиҙҙән "Беренсе республика" тарихи фильмын төшөрөү тамамланасаҡ

Әлеге ваҡытта картинаның сираттағы өҙөктәре төшөрөлә.  Был юлы ул үткән быуаттың 40-сы йылдарындағы ваҡиғалар кадрға инде.

"Беренсе республика" картинаһы тулы метражлы. Фильм уҙған быуаттың 20-се йылдарынан алып 50 йылдарға тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Фильм "Башҡортостан" киностудияһы һәм "Живая лента" кинокомпанияһы менән берлектә Булат Йосопов режиссерлығында төшөрөлә. Кинотаҫманың бюджеты 9 миллион һум тәшкил иткән.

Совет осороноң 40 йылдары. Зәйтүнә Бикбулатова ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Рушана Бабич. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күренекле сәнғәте әһеле фронтҡа агитбригада менән йөрөгән булған. Зәйтүнә Ислам ҡыҙы бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә арнаған шәхестәрҙең береһе. Ауыр яҙмыш һынауҙары кисергән йылдарҙа ла, үҙ театрына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы ғүмеренең һуңғы көндәренәсә хеҙмәт итә.

Иғтибар үҙәгендә Совет иленең тәүге республикаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим, яҙыусы, композиторҙар. Картинаны ысынбарлыҡҡа тап килтереү өсөн авторҙар бар көсөн һалырға тырышҡан. Геройҙарға оҡшаш актерҙар ҙа тапҡан. Гөлсөм Бикбулатова беренсе башҡорт актрисаһы Таңһылыу Рәшитова ролендә, ә Зиләрә Юлтаева Мәстүрә Әлмөхәмәтова образын башҡара.

Фильм авторҙары әйтеүенсә, картина тамашасы хөкөмөнә киләһе йыл тәҡдим ителәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb