Тиҙҙән «Буран – 2019» яңы йыл фестиваленә йомғаҡ яһаласаҡ

Тиҙҙән «Буран – 2019» яңы йыл фестиваленә йомғаҡ яһаласаҡ

Өфөлә 24 декабрҙән 31-енә тиклем Өфөлә «Буран – 2019» яңы йыл фестивале үтә.

«Буран – 2019» фестиваленең маҡсаты – ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын хеҙмәтләндереү мәҙәниәтен, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе предприятиелары фасадтарын биҙәүҙең эстетик һәм художестволы кимәлен күтәреү, эргә-тирәләге биләмәләрҙе төҙөкләндереү, витриналарҙы биҙәү.

ФестивальБашҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының район хакимиәттәре араһында түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла.

«Боҙ ҡаласығы» – боҙ ҡаласығын биҙәүгә конкурс;

«Әкиәттәгеләй боҙ» – ҡарҙан һәм боҙҙан һындар эшләүгә конкурс;

«Яңы йылса Өфө» – ҡала райондарын матур итеп биҙәүгә конкурс;

«Ҡыш бабай» — парад — Ҡыш бабайҙарҙың район командалары араһында конкурс.

Фестивалгә йомғаҡ 2018 йылдың 31 декабренә тиклем яһала.

Сараны ойоштороусылар – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы, Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы, Йәшәйеште тәьмин итеү идаралығы, «Ҡала рекламаһы» ойошмаһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb