Тиҙҙән халыҡтың иң яратҡан байрамдарының береһе- һабантуйҙар башлана

Тиҙҙән халыҡтың иң яратҡан байрамдарының береһе- һабантуйҙар башлана

Башҡортостанда Һабантуй халыҡ байрамын ойоштороу буйынса Указға ҡул ҡуйылды. Документты Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов имзаланы. Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.

Документта халыҡ байрамын ойоштороу өсөн яуаплы ведомстволар һәм сараны үткәреү ваҡыты күрһәтелгән. Графикка ярашлы, беренсе Һабантуйҙар 26 майҙа Ҡырмыҫҡалы районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтә.

Байрам күпселек райондарҙа 2 һәм 10 июндә ойошторола, Өфөлә 12 июндә уҙғарыласаҡ. Иң аҙаҡҡы Һабантуй байрамы – 7 июлдә Иглиндә үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb