Тиҙҙән интернет селтәрендә башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының аудиокитаптарын тыңлай аласаҡбыҙ

Тиҙҙән интернет селтәрендә башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының аудиокитаптарын тыңлай аласаҡбыҙ

Әлеге ваҡытта Сибай институтында филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова етәкселегендә бер төркөм студенттар “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тип аталған проект өҫтөндә эшләй. Ул Рәсәй Предиденты грантына лайыҡ була, хаҡы – 265 мең 555 һум. 
Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы әйтеүенсә, әле проектты тормошҡа ашырыу эше башланған. Кәрәкле тауыш яҙҙырыу ҡорамалдары һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған. 

“Проекттың төп маҡсаты – башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәр, күреү һәләте сикле булған йәки бөтөнләй тома һуҡыр кешеләргә башҡорт әҙәбиәте өлгөләренең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе һәм өйрәнеүҙе еңелләштереү. Интернет селтәрендә шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыған аудиокитаптың булмауы асыҡланды. Бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрынан Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова менән Риф Сәйфуллин уҡыуында бер нисә авторҙың шиғырҙары яҙҙырылды”, – тине ул.

Тиҙҙән интернет селтәрендә башҡорт шағирҙарының һәм яҙыусыларының ижадынан төҙөлгән аудиокитапты тыңлау мөмкинлеге буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb