Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Тиҙҙән йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Әкиәтһеҙ бала саҡ” исемле китабы донъя күрәсәк!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 10 октябрь 2016
Тиҙҙән йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Әкиәтһеҙ бала саҡ” исемле китабы донъя күрәсәк!
Күптән түгел генә йәш журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Ҡалдырма, әсәй!” популяр китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Әкиәтһеҙ бала саҡ” исемле яңы китап өҫтөндә эш алып барыуы мәғлүм булды.
Яңы китап -“Ҡалдырма, әсәй!” повесының, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән “Хыялға ҡаршы” спектакленең дауамы. Ҙур полулярлыҡ һәм билдәлелек яулап өлгөргән китап кеүек, спектакл дә публика һөйөүен тиҙ яуланы, шулай уҡ сит республика театрҙарында ла ҙур уңыш менән сәхнәләштерелә.
“Әкиәтһеҙ бала саҡ” – яңы тетрәткес хәл-ваҡиғалар менән тулы автобиографик әҫәр. Тәүге китапҡа инеп өлгөрмәгән төрлө күренештәр, геройҙарҙың артабанғы яҙмышы, һыҙланыуҙар...
Әҫәрҙә балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Ильяс исемле етем малайҙың еңел булмаған тормошо һүрәтләнә. Урлашыу кеүек насар ғәҙәт менән дә дуҫлашырға тура килә әҫәр геройына. Уҡыусылар Ильястың ни өсөн был юлға барыуын тиҙҙән донъя күрәсәк китапты ҡулдарына алғас ҡына аңларҙар.
Айгиз Баймөхәмәтов менән ағымдағы йылдың март айында интервью ойошторолғайны. “Ҡалдырма, әсәй!” повесы, “Хыялға ҡаршы” спектакле һәм “Әкиәтһеҙ бала саҡ” әҫәрҙәре тураһында ентекле мәғлүмәт алырға теләһегеҙ, түбәндәге һылтанма буйынса үтегеҙ (
http://prpsk.ru/archives/4850
)
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө