Тиҙҙән «Керәшен һыуыҡтары-2018» эстрада йыр һәм бейеү фестивале башлана

Тиҙҙән «Керәшен һыуыҡтары-2018» эстрада йыр һәм бейеү фестивале башлана

«Керәшен һыуыҡтары-2018» эстрада йыр һәм бейеү фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Быйыл республиканың йәш музыканттары, йырсылар, эстрада төркөмдәре һәм бейеүселәр 18-20 ғинуарҙа Бөрө ҡалаһы Мәҙәниәт һарайында йыйыла.

Был юлы «Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы 24-се тапҡыр уҙғарыла һәм уға төбәк-ара статус бирелде. Ҡатнашыусылар Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән килә.

«Керәшен һыуыҡтары-2018» төбәк-ара эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсына эстрада ижады өлкәһендә өс айырым конкурс – вокал (яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар), хореография һәм вокал-музыка ҡоралдары ансамблдәре инә. Элек ҡатнашыусылар 16-35 йәш категорияһында көс һынашһа, хәҙер вокал (35 йәшкәсә) һәм хореография (14 йәштән) коллективтары өсөн сиктәр күсерелде һәм вокал-музыка ҡоралдары коллективтарында ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүҙәре бөтөнләй бөтөрөлдө.

«Керәшен һыуыҡтары-2018» төбәк-ара эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы 18 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла һәм дуҫлыҡ кисәһе менән тамамлана. Ике сағыу гала-концерт сараның финалы була.

Ҡатнашыуғсылар ғаризаларҙы 2018 йылдың 15 ғинуарына тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына оҙата ала. 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb