13,14 декабрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә – “Урал батыр” спектакле сәхнәләштерелә.
Ҡуйыусы режиссеры – Андрей Борисов. Ролдәрҙе Ринат Баймырҙин, Хәким Мортазин, Руслан Хайсаров, Миңзәлә Хәйруллина һәм башҡа актерҙар уйнаясаҡ.
Әлеге ваҡытта премьераға әҙерлек алып барыла. "Урал батыр" спектакленең репетицияһын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡараны, Андрей Борисов менән премьера буйынса фекер алышты.
Мәшһүр башҡорт халыҡ эпосы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль 13, 14 декабрб көндәренә билдәләнгән.