Тиҙҙән Мишкә районында тарихи-мәҙәни үҙәк асыласаҡ

Тиҙҙән Мишкә районында тарихи-мәҙәни үҙәк асыласаҡ

Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына   Мишкә районында  тарихи-мәҙәни үҙәк асыласаҡ.      

Әлеге ваҡытта проектлау эштәре бара, төҙөүселәр ноябрҙә бинаны реконструкциялауға тотонмаҡсы. Район үҙәгендәге кинотеатр 1988 йылда төҙөлгән. План буйынса, бер йыл эсендә иҫке бина урынына марий тарихи-мәҙәни үҙәген булдырыу күҙаллана, тиҙәр мишкәселәр.

Төҙөкләндереү сараларына бюджеттан 53 миллион һум аҡса бүленгән. Урында йәшәүселәр өсөн күп функциялы зал, интерактив музей, марий халҡы тарихын сағылдырған бүлмә, сувенир һәм милли музыка ҡоралдары эшләү буйынса оҫтахана асыу ҡаралған.

 Үҙәктә райондың ижади коллективтарына шөғөлләнеү өсөн дә мөмкинлектәр булдырыласаҡ. Яңы объект төрлө милләт халҡын бер урынға йыйып, күләмле саралар уҙғарыу мөмкинлеген бирер, тип көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb