20 һәм 21 апрель көндәрендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” пьесаһы буйынса “Прометей” әҫәре ҡуйыласаҡ. Спектаклдә «Салауат» трагедияһы, «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесы, «Диктаторға ат бирегеҙ!» комедияһы һәм «Мин был донъяла аҙаштым, буғай!» шиғырынан өҙөктәр ҡулланыла.
Спектаклдең режиссеры- Илсур Ҡаҙаҡбаев.
«Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы - «Ай тотолған төндә», «Салауат» трагедиялары менән берлектәге трилогияның аҙаҡҡы әҫәре.
Уларҙы бер идея берләштерә - кешенең азат ителеүе, рухи иреклек алыуы.
Тик азатлыҡтың хаҡы ла, баһаһы ла юғары, ул ҡорбан талап итә: алмашына үҙ иркеңде, дәрәжәңде, бәхетеңде бирергә тура килә.