Тиҙҙән “Нур” татар дәүләт театры Мөнир Ҡунафиндың “Ҡояшлы яҡҡа сыҡ” спектаклен тәҡдим итәсәк

Тиҙҙән “Нур” татар дәүләт театры Мөнир Ҡунафиндың “Ҡояшлы яҡҡа сыҡ” спектаклен тәҡдим итәсәк

Тиҙҙән Өфө  “Нур” татар дәүләт театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса “Ҡояшлы яҡҡа сыҡ” спектакле ҡуйыласаҡ. Әҫәрҙе “Нур” театрының баш режиссеры, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре  Байрас Ибраһимов сәхнәгә ҡуя. Әлеге ваҡытта премьераға әҙерлек тулы көсөнә бара.

Көтөлгән премьераның жанры — лирик анекдот. Спектаклдә Башҡорторстандың атҡаҙанған артисы Лияна Хәйертинова, Гөлназ Биктимерова, Риф Ғөбәйҙуллин, Азат Вәлиуллин, Илшат Салауатов ҡатнаша. “Ҡояшлы яҡҡа сыҡ” спектакленең премьераһы 14, 15 һәм 23 майҙа “Нур” театрының Ҙур сәхнәһендә тәҡдим ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb