5 декабрь көнө Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Беҙ бергә» фестивале үтәсәк.
Фестиваль беренсе тапҡыр уҙғарыла һәм «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы сиктәрендә һәләтле йәштәргә булышлыҡ итеү маҡсатын үҙ эсенә ала.
Сараны ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.
Фестивалдең талаптарына килгәндә, конкурста вокал, хореография, нәфис һүҙ кеүек жанр йүнәлештәрендә эшләүсе коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
«Беҙ бергә» фестивалендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто коллективтары, Башҡортостандан сәләмәтлек хәленә ҡарамаҫтан ижади яҡтан һәләтле кешеләр, айырым үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм профессиональ артистарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 15 ноябргә тиклем тапшырырға кәрәк, тулыраҡ мәғлүмәт өсөн 272-86-61 телефонына мөрәжәғәт итегеҙ.