Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Рудоль Нуриевҡа һәйкәл ҡуйыр өсөн скульпторҙар 12 проект тәҡдим иткән. Һәйкәлдең ҡуйыу урыны әлегә билдәһеҙ. Проекттарҙы һайлап алыу өсөн эшсе төркөм ойошторолған.
Билдәле балет оҫтаһы – Рудольф Нуриевты Башҡортостанда хөрмәтләп иҫкә алалар. Өфөлә уның исемен йөрөткән хореография колледжы уңышлы эшләй, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Өфөлә 23 майҙан алып 2 июнгә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтә.