Тиҙҙән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилей бенефисы

Тиҙҙән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилей бенефисы

28-се февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиеваның юбилей бенефисы уҙғарыла.

Актрисаның юбилейы уңайынан күрһәтеләсәк «Иң бәхетле төн » (А.Касон) мелодрамаһында Суфия Шәрәфулла ҡыҙы төп ролдә уйнаясаҡ.

Ҡорбанғәлиева Суфия Шәрифулла ҡыҙы 1949 йылдың 13 февралендә Маҡар районы Байғужа ауылында тыуған. 1973 йылдан алып Мәжит Ғафури исемендәге Башөорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты. 1989 йылдың 20 сентябренән алып режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһында эшләй.

Бик күп фәнни хеҙмәттәр, уҡытыу-методик әсбәптар авторы. «Уның тарафынан Чехов хикәйәләре ҙур оҫталыҡ менән башҡорт теленә тәржемәләнгән.

Актриса уйнаған ролдәр: Салли («Ят йондоҙ», Х. Вуолийоки), Зәлифә («Обет», З. Биишева), Харисова («Ун өсөнсө председатель», А. Абдуллин), Ирида («Ташлама утты, Прометей!», М. Кәрим), Зөлфиә («Бажалар», И. Абдуллин), Гөлфинә («Бишек йыры», Т. Миннуллин), Асия («Дүрт кешелек табын», Н. Ғәитбаев), Наташа («Три сестры», А. Чехов), Домна Пантелеевна («Таланты и поклонники», А. Островский), Корнелия («Великодушный рогоносец», Ф. Кроммелинк), Астра ( "Юғалтыу" - «Каждый ищет любви», Д. Нормет) һәм башҡалар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb