Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, Төркиәлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, «Аҡ ҡош» ижади берлеге продюсеры, режиссер Кирстен Гайнет Салауат башҡорт драма театрына нигеҙ һалған Толбазы колхоз-совхоз театры тарихы тураһында документаль фильмын тамамлаған.
Кинотаҫмала Бөйөк ватан һуғышы осоро сағылдырыла. 1941 йылда Толбазы колхоз театрында эшләгән ир-егеттәр барыһы ла фронтҡа алына. Актрисалар бер нәмәгә ҡарамай театрҙы һаҡларға, халыҡтың рухын күтәреп ижад итергә һүҙ бирә. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыуға, аслыҡ-яланғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар вәғәҙәләренә тоғро ҡала.
Ижади эш өс йыл дауам итә. «Ете ҡыҙ театры» документаль фильмын төшөрөр алдынан Кирстен Гайнет Башҡортостан, Красногорск архивтарында эшләй. Сценарий авторҙашы һәм төп кәңәшсеһе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.Фильм Ғафури, Ауырғазы райондарында, Салауат ҡалаһы, Үзбәкстанда төшөрөлә. Толбазы колхоз-совхоз театры тамашасылары - һуғыш балалары үҙ хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Бөйөк ватан һуғышына тиклем Башҡортостанда 36 театр эшләп килһә, ҡәһәрле йылдар тамамланыуға ни бары дүртәүһе генә ҡала. Шуларҙың береһе «Ете ҡыҙ театры». Вәғәҙәләренә тоғро ҡалған ошо актрисалар Салауат башҡорт драма театрына нигеҙ һала.