Тиҙҙән тамашасылар иғтибарына «Руди - never off...» спектакле күрһәтеләсәк

Тиҙҙән тамашасылар иғтибарына «Руди - never off...» спектакле күрһәтеләсәк

31 октябрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә - тамашасыларҙың көтөп алған спектакле - «Руди - never off...» (never off – инглизсәнән һис ҡасан һүнмәҫ, тигәнде аңлата) спектакле күрһәтеләсәк. Бөтә донъяға билдәле, легендар балет бейеүсеһенең автобиографияһына, уның хаҡында замандаштарының һәм ижадташтарының иҫтәлегенә нигеҙләнеп ҡуйған был сәхнә әҫәрен режиссер, сценарий авторы Айрат Абушахманов.

Биографияһы төрлө имеш-мимештәрҙән, ҡампа-ҡаршылыҡлы факттарҙан, хатта башҡа һыймаҫлыҡ мажараларҙан торған Рудольф Нуриев, вафатынан һуң, әле лә донъя балетының сағыу йондоҙо булып балҡый.

Башҡорт театрының спектаклендә Р.Нуриевтың поезда донъяға килгән осоронан алып ғүмере ахырынаса булған дәүер һүрәтләнә. Был күренештәр диалог, монолог, әлбиттә, бейеүҙәр һәм пластика сәхнәләре, видеояҙмалар аша мауыҡтырғыс итеп күрһәтелә. Төп ролде – Рудольф Нуриев образын - театрҙың йәш актеры – Урал Әминов уйнай. Спектакль Үҙәк Азия илдәренең  V Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашыусы (Аҡтау, Ҡаҙағстан, 2013).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb