Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте көндәре быйыл 12 августа Гай районының Вишневое ауылы янында, Ирекле һыу һаҡлағысы буйында үтәсәк. Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин әйтеүенсә, байрамға етди әҙерлек бара.
Башҡортостандан Бишбүләк, Күмертау һәм Хәйбулла райондары делегацияларының ҡатнашыуы көтөлә. Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Ҡыуандыҡ, Ҡыҙыл Гвардия һәм Гай райондарының һәүәҫкәр коллективтары ҡатнашлығында концерт әҙерләнә, тирмәләр ҡороласаҡ, көрәш һәм халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Ырымбур башҡорттары уҡ атыуҙы тергеҙеү менән дә ҡыҙыҡһына.