М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының сәхнәһен бер аҙнаға Ырымбурҙар яулап ала. Бында 11 апрелдән 16-на тиклем М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театры гастролдәре үтә. Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәй дәүләт премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ, театрҙың дуҫы Рифҡәт Исрафилов етәкләгән театр баш ҡалала йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға бер аҙналыҡ тамаша әҙерләгән.
Театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановты «Ричард Ш» спектаклендә күрергә мөмкинлек буласаҡ. Ул спектакль «тыуғандан» алып төп ролде башҡара, тап уның ҡатнашлығында спектакль Сочила үткән «Театр Олимпы» федераль фестиваленең еңеүсеһе була.
Гастролдәр афишаһын тағы ла В.Шукшиндың «Милые люди», Ю.Поляковтың «Грибной царь», һәм И.Куниҙың «Братишки», шулай уҡ «Свадьба в Малиновке» спектаклдәре биҙәй.