Тиҙҙән ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Буран» фильмын күрәсәкбеҙ

Тиҙҙән ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Буран»  фильмын күрәсәкбеҙ

Танылған башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың проекты 2018 йылда Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан аҡса алды.

Был — көтөлмәгән хәлдә иҫән ҡалыу тураһында драма. Сюжет 2016 йылда режиссерҙың тыуған яғында — республиканың Хәйбулла районында булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Проектты Свердловск киностудияһы тәҡдим иткән. Сценарий авторы — Айҙар Аҡманов, режиссер «Өфөнән һөйөү менән» романтик комедияһында ла уның менән бергә эшләгәйне.

«Буран» — ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән фильм ул. Унда барыһы ла бар: интригалар, үлем, мөхәббәт һәм хатта сабыйҙың донъяға килеүе лә! Хәл көслө буран ваҡытында юлда ҡалған машиналарҙа бара», — тип асыҡлыҡ индерҙе Айнур Асҡаров.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb