Өфөлә 28 сентябрь көнө, «Азия көйҙәре һәм ритмдары» милли мәҙәниәттәр фестивале үтә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҙур күләмле тамаша Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры алдындағы майҙанда үтәсәк.
Фестивалдә ҡатнашыусылар исемлегенә килгәндә: милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары буласаҡ.
Сара киске сәғәт 5-тә башлана.
Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы.