Тиҙҙән Өфөлә «МАЛЫЙ НУРЕЕВСКИЙ» II халыҡ-ара фестивале үтәсәк

Тиҙҙән Өфөлә  «МАЛЫЙ НУРЕЕВСКИЙ»  II  халыҡ-ара фестивале үтәсәк
1-3 ноябрҙә Өфөлә «МАЛЫЙ НУРЕЕВСКИЙ» II халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Ижади проект Республика Башлығы грантына ярашлы уҙғарыла.

Халҡыбыҙҙың талантлы улы Рудольф Нуреев исемен йөрөткән мәртәбәле фестиваль республикабыҙҙың ижади тормошонда айырым бер урын биләп тора.

Башҡортостанда хореография форумы икенсе йыл уҙғарыла. Бер аҙ үткәндәргә күҙ һалғанда: Рудольф Нуреевтың 75 йыллығына бағышланған 1 Бөтә Рәсәй балет мәктәптәре фестивале 2013 йылдың 1-3 декабрендә үткәйне. Бәйгелә 10 хореография училищеһы һәм колледжы, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Пентрбург балет академиялары ҡатнашҡайны.

Быйылғы фестивалдең географияһы тағы ла киңәйә, Рәсәйҙең иң көслө һәм яҡшы хореография училищеларынан башҡа Грузия, Ҡаҙаҡстан, Латвия илдәренән ҡатнашыусылар көтөлә.

Быйыл Рудольф Нуриев исемен йөрөткән Башҡорт хореография колледжы 30 йыллығын билдәләй һәм «Малый Нуреевский» фестивале лә ошо датаға бәйле үткәрелеүе осраҡлы түгел.

Өс көн дауамында үтәсәк фестивалдең программаһы бик бай: Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Новосибирск ҡалалары уҡытыусылары мастер-кластар уҙғарасаҡ. “Балет” журналының мөхәррире, билдәле донъя балеты тәнҡитсеһе, философия фәндәре кандидаты Уральская В.И. рәйеслегендә түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының күренекле сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу үтәсәк.

Фестиваль сиктәрендә 2 ноябрь көнө, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Өфө тамашасылары, башҡала ҡунаҡтары Башҡорт балет мәктәбе уҡыусылары башҡарыуында «Водная красавица» балетын ҡарай аласаҡ.

Ә 3 ноябрҙә «МАЛЫЙ НУРЕЕВСКИЙ» II халыҡ-ара фестивален йомғаҡлап, төрлө илдәр һәм ҡалалаларҙан килгән иң талантлы йәш ҡатнашыусыларҙың, еңеүселәрҙең тамашаһынан торған Гала-концертҡа рәхим итегеҙ!

Гүзәл Багаева


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb