Был аҙнаның шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә, 29-30 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Ариф Меликовтың “Мөхәббәт тураһында легенда” (“Легенда о любви”) балетының премьераһы.
Балетты сәхнәгә ҡуйыусы - СССР-ҙың халыҡ артисы, СССР-ҙың Дәүләт һәм Ленин премиялары лауреаты, Социалистик хеҙмәт геройы - Юрий Григорович. Билдәле хореографтың ассистентрары – РФ атҡаҙанған артистары Олег Рачковский һәм Ольга Васюченко.
55 йыл элек , 1961 йылдың 23 мартында С.М.Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында (элекке Мариинский театры) сәхнәләштерелә был балет.