Тиҙҙән Өфөлә Сара Буранбаеваның юбилей кисәһе

Тиҙҙән Өфөлә  Сара Буранбаеваның юбилей кисәһе

16 февралдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүдәт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Сара Буранбаеваның юбилей кисәһе уҙасаҡ.

Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы— Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009), Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2007).

Сара Абдулхай ҡыҙы 1967 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.

1989 йылда Өфө сәнғәт институтын тамамлай. Артабан Милли йәштәр театрында эшләй. 1998 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.

Актрисаның ижад юлында тыуҙырған ролдәре бихисап: Кинйә («Иҙеүкәй менән Мораҙым», М. А. Буранғолов; дебют, 1990), Нурия («Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы», Ф. М. Бүләков), Зойка-Зәйнәб (Ф. М. Бүләковтың «Мөхәббәт исемлеге»), Нәзирә («Ҡыпсаҡ ҡыҙы» А. Ш. Яғафарова), Һомай («Урал батыр» Ғ. Ғ. Шафиҡов) һәм башҡалар.

Шулай уҡ кино һәм телефильмдарҙа төшә: Сания («Миҙал», 2000), Ғәҙилә («Ай ҡыҙы», 2001, 2002; икеһе лә — «Башҡортостан» ТРК), Кесе инәй («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Башҡортостан» киностудияһы, 2005).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb