Тиҙҙән “Толпар” IV Асыҡ балалар һәм йәштәр теле-кинофестивале үтәсәк. Сара быйыл Рәсәй Федерацияһының Экология йылына, Башҡортостан Республикаһының Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арнала.
Әлеге мәлдә сараға әүҙем әҙерлек эштәре бара. Ул Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында 28-29 авгусында уҙғарыласаҡ. Унда оҫталыҡ дәрестәре, конкурс эштәрен ҡарау, идеялар питчингы, башҡорт фильмдарын күрһәтеү ойоштороласаҡ. Үҙ көсөн һынап ҡарарға теләгәндәр тиҙ арала үҙ фильмын төшөрөп, махсус төркөмгә һалып, шәп конкурста ҡатнаша ала.
Ижади эштәр- йәғни, кинофильмдар, видеофильмдар, роликтар 10 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт фестивалдең шәхси сайтында https://vk.com/kinofest_rb.