"Торатау" Конгрес-холында Мәскәү башҡорттары сығыш яһай

"Торатау" Конгрес-холында Мәскәү башҡорттары сығыш яһай

21 апрелдә баш ҡалала тәүгә Мәскәү башҡорттары сығыш яһаясаҡ. Улар "Торатау" Конгрес-холында республиканың 100 йыллығына арнап концерт ҡуйырға әҙерләнә. "Сәсән" Мәскәү ижади берекмәһе "Беҙ бергә" концерт программаһын әҙерләгән. Тамашасылар алдында Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Рената Бәҙәмшина, Гүзәл Хөснөтдинова, Алһыу һәм Лаура Буш, Руслан Биктимеров, Салауат Зәйнетдинов, Әлфия Әһиева, Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылынан ижади коллектив сығыш яһаясаҡ. Программала башҡорт, татар, рус, төрөк телдәрендә халыҡ һәм автор йырҙары, бейеү номерҙары ҡаралған. Тамаша киске сәғәт 6-ла башланасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb