Торатау” Конгресс-Холлында «Ҡатын-ҡыҙ -милләт әсәһе» конкурсына йомғаҡ яһалды

Торатау” Конгресс-Холлында «Ҡатын-ҡыҙ -милләт әсәһе» конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ -милләт әсәһе» конкурсы өсөнсө тапҡыр үткәрелә. 4 мартта республикабыҙҙың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙары “Торатау” Конгресс-Холлында оло йыйынға йыйылды.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, йылдан-йыл конкурстың абруйы, ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл географияһы киңәйгән, республиканың күп райондары ҡушылған. Гүзәл заттарҙы Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә, Ҡатын-ҡыҙ-лидер, эшҡыуар,оҫтабикә, үрнәк, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ, йәш йәмәғәтсе номинацияларында билдәләнеләр.

Конкурсҡа бөтәһе 300 заявка ҡабул ителгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, дәғүәселәрҙең һәр береһе көслө, шул уҡ ваҡытта нескә лә, ғаилә усағын һаҡлаусы ла һәм социаль-сәйәси өлкәлә әүҙем тормош алып барыусы ла. Бар өлкәләрҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырылды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb