“Торатау” Конгресс-Холы алдындағы амфитеатрҙа концерт майҙансығы монтажлана башланы.
Бында Бөтә донья фольклориадаһы сиктәрендә “Фольклориада йөрәге” фестиваленең концерттары үтәсәк. Яҡтыртҡыстар һәм тауыш көсәйтеүсе аппаратуралар урынлаштырыу өсөн баш ҡалабыҙға халыҡ-ара саралар үткәреү тәжрибәһе булған иң яҡшы белгестәр килде.