Өфөлә, “Торатау” конгресс-холы янында, Бөтә донъя фольклориадаһы өсөн тәғәйенләнгән “Фольклориада йөрәге” тип аталған концерт майҙансығы ҡорола башланы.
Сәхнә конструкцияһы махсус шына баҫмалар ярҙамында ҡорола. Улар ғәҙәттә ваҡытлыса биналар, күперҙәр, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр һәм башҡа ҡоролмалар төҙөгәндә ҡулланыла. Мәҫәлән, күптән түгел Волгоградтағы Ватан-Әсә статуяһын ремонтлаған саҡта ла тап шундай шына баҫмалар файҙаланылды.
Һуңғы тиҫтә йылдар дауамындағы барлыҡ олимпиадаларҙың партнеры булған “Clay Paky” компанияһы яҡтыртыу ҡоролмаһы менән тәьмин итәсәк. Бынан тыш, компания вәкиле әйтеүенсә, Фольклориада барышында Өфөлә ҙур яҡтылыҡ шоуы үтәсәк.
Сәхнәнең уң һәм һул яғында бейек кенә башнялар ҡорола, уларға трансляция өсөн экрандар ҡуйыласаҡ. 30 июндә сәхнәне биҙәү, баннерҙар ҡуйыу эше башланасаҡ.
- Был ҡоролма иң ҙур коллективтарҙы ла һыйҙыра аласаҡ. Мәҫәлән, белеүебеҙсә, 70-әр кешенән торған коллективтар ҙа буласаҡ, - тип һөйләй “Визард” компанияһының (Подольск ҡалаһы) техник директоры Алексей Марасанов. – Тамашасылар менән аралашырға яратҡан артистар өсөн сәхнәнән партерға төшөү юлдары ла ҡаралған.
Фестивалде тамаша ҡылырға килгән һәр кем таҙа, сағыу тауыштарҙы тыңлап кинәнһен өсөн акустика системаһын урынлаштырыу үҙенсәлектәре етештереүсенең Францияла урынлашҡан штаб-квартираһы менән ентекле килешелгән.
Фольклориаданың һуңғы көнөндә – 10 июлдә ҙур тамашалар – лазер һәм мультимедиа шоуҙары көтөлә. Ошо уҡ көндә концерт алдынан авиашоу уҙасаҡ. Унда ҡатнашасаҡ пилотаж төркөмдәр сер итеп тотола.
Алексей Марасанов әйтеүенсә, VI Бөтә донъя фольклориадаһын юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн Өфөгә халыҡ-ара сараларҙы үткәреү буйынса ҙур тәжрибәгә эйә белгестәр һәм иң яҡшы ҡорамалдар ебәрелгән.