Торналы моделле китапханаһында Науруз байрамын билдәләнеләр

Торналы моделле китапханаһында Науруз байрамын билдәләнеләр

21 мартта «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ойошторолған Торналы моделле китапханаһында көнсығыш халыҡтары байрамы – Наурузға арналған сара үтте. Унда Торналы ауылы халҡы һәм урындағы мосолмандар ойошмаһы имамы Рафаэль Рахманғолов ҡатнашты.

Китапханасы Гөлназ Киржакова сарала ҡатнашыусыларға көн менән төндөң тигеҙләшеүен, тормоштоң яңырыуын сағылдырған байрам хаҡында һөйләне.

Имам Рафаэль Рахманғолов барыһын да байрам менән ҡотлап, изгелек, бәхет, тыныслыҡ, һөйөү һәм үҙ-ара аңлашыу теләне.

Торналы мәктәбе уҡыусыһы Валерия Киржакова яҙ һәм тәбиғәт тураһында шиғыр һөйләп, кисәгә йәм өҫтәне.

«Көн менән төн тигеҙләшкәндә бар тереклек хәрәкәткә килә, үҫемлектәр шытым бирә башлай, ағастарҙа бөрөләр барлыҡҡа килә», - тип һөйләне Гөлназ Киржакова.

Сара йәмле табын артында күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.

Салауат районы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb