«Тотҡонлоҡ трагедияһы» исемле күргәҙмә асылды

«Тотҡонлоҡ трагедияһы» исемле күргәҙмә асылды

Республика хәрби дан музейында «Тотҡонлоҡ трагедияһы» исемле күргәҙмә асылды. Ул 1939-1945 йылғы Икенсе донъя һуғышы тотҡондары яҙмышына бағышланған.

Өсөнсө Рейхтың концентрацион лагерҙары - һуғыш тарихында иң ҡурҡыныс биттәрҙең береһе. Германия һәм оккупацияланған Европа территорияларында урынлашҡан лагерҙарҙа 11 миллиондан ашыу кеше һәләк булған, шуларҙың 5 миллиондан ашыуы - совет граждандары.

Республика хәрби дан музейы күргәҙмәһендә Европа концлагерҙарында эшләнгән фоторәсемдәр, 1940-сы йылдарҙың күнкүреш әйберҙәре урын алған. Күргәҙмәлә үҙәк урында концлагерь барагына оҡшатып яһалған «Үлем блогы» исемле инсталляция алып тора. Күргәҙмә менән танышырға теләүселәр тотҡондарҙың ҡурҡыныс шартттары, уларҙың кейемдәре һәм көнкүреш әйберҙәре менән таныша ала.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb