Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә «Традицион спорт төрҙәре. Башҡорт уҡсылары сәнғәте» пособиеһы баҫылды. Был баҫма ҙурайтылған Брайль рельефлы-нөктәле шрифты менән нәшер ителде. Рельеф графикаһында башҡорт уғы һәм уҡсы күрһәтелгән.
- Уҡ - иң боронғо ҡорал төрҙәренең береһе. Башҡорттарҙа борондан ат сабыштары, билбау көрәше һәм уҡ атыу - ысын ирҙәр өсөн лайыҡлы шөғөл була. Ә бөгөн уҡтан атыу - мауыҡтырғыс спорт төрө, азарт, маһирлыҡ һәм етеҙлек. Был баҫма ошо милли спорт төрөнә арналған, - тип аңлатма бирҙеләр китапханала.