Третьяковка галереяһы балаларға онлайн-мәктәп ойоштора

Третьяковка галереяһы балаларға онлайн-мәктәп ойоштора

6 июлдә Дәүләт Третьяковка галереяһында «Мин хыялымдағы музейҙы асам» исемле йәштәр онлайн-мәктәбе асыла, ул 14-18 йәштәге үҫмерҙәрҙе музей һөнәрҙәре, музей эске ойошторолошо менән таныштырасаҡ. Аҙна дауамында Третьяковка белгестәре һәм саҡырылған эксперттар ярҙамында балалар музей күргәҙмәләре менән танышыр, нисек коллекциялар тупларға һәм уларҙы дөрөҫ һаҡларға, куратор нимә менән шөғөлләнә, рәссам нисек эшләй кеүек һорауҙарға яуап табыр, шулай уҡ үҙҙәре уйлап сығарған музейҙың проектын да төҙөй алыр.

Онлайн-форматта үтәсәк проект Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән үҫмерҙәргә ҡатнашырға мөмкинселек бирә. Видеоконференциялар Zoom платформаһында, ә кураторҙар менән аралашыу «Бәйләнештә» селтәрендә барасаҡ. Сәғәт бүлкәттәренә ярашлы уҡытыу ике төркөмгә бүленә. Онлайн-мәктәптең программаһы менән ошо һылтанма аша танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb