23-30 майҙа Өфөлә VII«Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале ойошторола. Тамашасыларға Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Үзбәкстандан, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан 13 спектакль тәҡдим ителәсәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, фестивалдә быйыл алты номинацияла «Алтын битлек» премияһына тәҡдим ителгән ике спектакль күрһәтелә: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов ҡуйған «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Гүзәл Яхина) һәм Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының «Тормошмо был?..» (Ғаяз Исхаҡи), режиссеры — Айҙар Заббаров.
Программала киң билдәле яҡут режиссеры Сергей Потаповтың ике спектакле — Уильям Шекспирҙың «Тиҫкәрене ауыҙлыҡлау» (Үзбәкстандың «DIYDOR» театр-студияһы) һәм алтай классигы Павел Кучияктың «Чейнеш» пьесаһы ( Алтайҙың П. В. Кучияк исемендәге Милли драма театры).
Ҡаҙағстандың Шәхмәт Хөсәйенов исемендәге музыкаль-драма театры Уильям Шекспирҙың «Ромео&Джульетта» трагедияһын күрһәтә. Режиссеры — Динә Жомабаева.
Фестивалдең үҙенсәлекле бите — Владимир Панковтың М.Лермонтовтың «Иблис» һәм «Беҙҙең заман геройы» әҫәрҙәре буйынса «Иблис» этник саундрамаһы (Ҡырғыҙстан театрҙары берләшмәһе).
«Туғанлыҡ» фестивалендә булмаған икенсе формат — хәҙерге ҡасаҡтар тураһында Исмаил Амандың «Лимбо» спектакле. dOM бойондороҡһоҙ театрының (Азербайжан), режиссеры — Тарлан Рәсүлев.
Төркиә Назим Хикмәттең хаттары һәм шиғырҙары буйынса «Пирайе» моноспектаклен күрһәтә.
Александр Топанов исемендәге Хакас милли драма театры Э.Хемингуэй буйынса «Ҡарт һәм диңгеҙ» фәлсәфәүи драмаһын тәҡдим итә.
Башҡортостан фестивалдә Мостай Кәрим повесы буйынса «Туғанлыҡ» спектаклен күрһәтә (Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе). Режиссеры — Антон Федоров. Билдәле булыуынса, 2019 йыл — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула.
Фестиваль сиктәрендә«Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарыласаҡ,конференция материалдары буйынса мәҡәләләр йыйынтығы сығарыу ҡаралған.