Мәжит ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры хәбәр итеүенсә http://bash.bashdram.ru, төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үтәсәк "Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы" Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһына Бөйөк Британиянан махсус ҡунаҡ саҡырылған.
Мария Шевцова - театр белгесе, театр тарихын өйрәнеүсе. Ул Лондондағы Голдсмит университетының театр һәм сәхнә сәнғәте кафедраһын етәкләй. Театр тураһында мәҡәләләр, монографиялар, китаптар авторы. Уның баҫмалары донъяның 11 теленә тәржемә ителгән. 2002 йылдан алып Мария Шевцова New Theatre Quarterly театр журналының редакторы, театрға бағышлынған халыҡ-ара баҫмаларҙың редколлегия ағзаһы, халыҡ-ара театр фестивалдәренең программа комитеты консультанты. Рус телендәге «Лев Додин и Малый драматический театр: рождение спектакля» (2004), «Роберт Уилсон» (2017) китаптары авторы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы" Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы 11 сентябрҙә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үтәсәк.