Өфө «Нур» татар дәүләт театры репертуарында тағы бер яңы сәхнә әҫәре артты. Бер нисә көн элек режиссер -Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Ибраһимов ҡуйылышында Хәй Вәхитовтың "Туй алдынан" пьесаһының премьераһы уҙҙы. Дуҫлыҡ ҡәҙере, мөхәббәт, бәхет тураһындағы яңы әҫәр тамашасылар күңеленә хуш килде. Бәхетен ҡороуҙа һәр кем үз юлын һайлай. "Туй алдынан" спектакленең геройы ниндәй юл һайлай ҙа, ул уны ҡайҙа илтә? Шул турала, кеше затының әхләҡи йөҙө тураһындағы уйланыуҙар беҙгә бөгөнгө буталсыҡ тормошобоҙҙа үҙ юлыбыҙҙы дөрөҫ табырға ярҙам итер, - ти режиссер.