2, 3 апрель көндәрендә Туймазы татар драма театры “Игеҙәктәр” комедияһының премьераһына саҡыра.
“Игеҙәктәр” комедияһы уҙған быуаттың 70-се йылдарын үҙ эсенә ала.Әҫәрҙә ауыл тормошо, колхоз, һауынсылар яҙмышы күрһәтелә. Ваҡиғалар үҙәгендә-исеменән үк күренгәнсә ике игеҙәк ҡыҙ һәм улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр һүрәтләнә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ғ. Сәләм исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевтың әҫәренә туҡталыу осраҡлы түгел, спектакль талантлы әҙиптең тыуыуына 90-йыл тулыуға бағышлана.
Спектаклде театрҙың баш режиссеры Илнур Муллабаев сәхнәләштерә, рәссамы-Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы—Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин.