Туймазы татар дәүләт драма театры 13 ғинуар көнө "Өс мөхәббәт тарихы" тип исемләнгән бик ҡыҙыҡлы, йыр-бейеүле спектаклгә саҡыра. Музыкаль комедия йәшлектә була торған шуҡлыҡтар хаҡында.
Өс дуҫ егеттең мөхәббәткә ышаныстары юғала. Шунлыҡтан улар “Ғашиҡтар көнөнә” лә көлөп кенә ҡарай башлайҙар.
Бер ваҡыт егеттәрҙең баштарына ҡыҙыҡлы уй килә: ҡыҙҙарҙы ашауҙан-эсеүҙән яҙарлыҡ итеп үҙҙәренә ғашиҡ итергә! Кем шул ниәткә беренселәрҙән булып ирешә, шул еңеүсе була. Егеттәр пландарын ысынға ашырып ҡына ҡалырҙармы, әллә инде үҙҙәре лә һиҙмәҫтән мөхәббәт диңгеҙенә кереп сумарҙармы?