Туймазы дәүләт татар драма театры 29-сы ижад миҙгелен премьера менән асты

Туймазы дәүләт татар драма театры 29-сы ижад миҙгелен премьера менән асты

Туймазы дәүләт татар драма театры 29-сы ижад миҙгелен премьера менән асты. Владимир Жеребцов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Тау артында тау илай” спектакле тамашасылар хөкөмөнә сығарылды.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған спектакль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Тамаша ике ябай кешеләрҙең –Муса менән Ғәйнисаның яҙмышын бәйән итә.

Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – БР атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин, ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев әҙерләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb