Туймазы районында беренсе модель китапхана асыласаҡ

Туймазы районында  беренсе модель китапхана асыласаҡ

28 июлдә Туймазы районы Ҡандры ауылында республикала беренсе модель китапхана асыласаҡ. Ул “Мәҙәниәт” милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Үткәрелгән ремонт эштәренән һуң, һатып алынған заманса йыһаздар арҡаһында Ҡандры балалар китапханаһы икенсе форматта – яңы быуын учреждениеһы булып эш башлаясаҡ.

2020 йылда Ҡандры ауыл балалар китапханаһы капиталь ремонт өсөн БР бюджетынан 4 миллион һумдан  ашыу аҡса алды. Китапхананы йыһазландырыу маҡсатында федераль һәм республика бюджеттарынан 7.5 миллион һум аҡса күсерелде. Ул аҡса китапхана фондын яңы баҫмалар менән тулыландырыу һәм заманса китапхана арауығы булдырыу өсөн тотонолдо. Китапханала эш, ял һәм аралашыу өсөн уңайлы зоналар, илдең алдынғы мәҙәниәт учреждениеларының мәғлүмәт ресурстарына юл асылды. Мөмкинселектәре сикләнгән граждандарға бинаға инеү өсөн шарттар булдырылды.

Бындай заманса китапханалар бер айҙан Благовар һәм Дүртөйлө райондарында ла асыласаҡ.

2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт” милли проектының “Милли мөхит” мәҙәниәт инфраструктураһы үҫешен сифатлы яңы кимәлгә күтәреү” региональ проекты сиктәрендә бөтәһе 20 заманса китапхана барлыҡҡа киләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb