Туймазы районында Ырыуҙары ҡоро үтәсәк

Туймазы районында Ырыуҙары ҡоро үтәсәк

15 октябрҙә Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Туймазы ҡалаһында Ырыуҙар ҡоро үтәсәк.

Саралар Туймазы районының Ҡандра-Төмәкәй ауылында башлана, унда рәсми ҡунаҡтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары ҡатнашлығында башҡорт ырыуҙарына арналған иҫтәлекле таҡтаташ асыласаҡ.

Башҡорт ырыуҙарының съезы Туймазы ҡалаһында ("Родина" мәҙәниәт һарайы, Островский урамы, 11) үтәсәк, унда башҡорт ырыуҙарының күп планлы күргәҙмәһе һәм театрлаштырылған пролог ҡаралған.

Ошонда уҡ Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Ырыуҙар ҡороноң пленар өлөшө үтәсәк. Ҡатнашыусылар - Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, министрлыҡ, ведомство вәкилдәре, башҡорт ырыуҙарының йәмәғәт ойошмалары рәйестәре һәм ағзалары, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты һәм Президиумы ағзалары, республиканың милли-мәҙәни үҙәктәре етәкселәре.

Модераторҙар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаларының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.

Башҡорт ырыуҙары съезы сиктәрендә шулай уҡ стратегик сессия һәм түңәрәк өҫтәл үтәсәк.

Шул уҡ көндө Туймазы ҡалаһының Мәҙәниәт һәм ял паркында (Чехов урамы, 2) башҡорт уйындары буйынса Беренсе чемпионат үтәсәк. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Туймазы районы хакимиәте, күренекле спорт вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Сарала башҡорт ырыуҙарының һигеҙ командаһы ҡатнаша: "Табын" (Силәбе өлкәһе), "Юрматы" (Өфө ҡалаһы), "Ғәйнә" (Пермь крайы), "Балыҡсы" (Асҡын районы), "Уран" (Яңауыл районы), "Ҡаңлы" (Туймазы районы), "Йылан" (Дүртөйлө районы), "Ҡырғыҙ" (Илеш районы).

Башҡорт уйындары буйынса Беренсе чемпионат еңеүселәрен Туймазы ҡалаһының "Родина" мәҙәниәт һарайында Ырыуҙар ҡорон ябыу хөрмәтенә тантаналы концертта бүләкләйәсәктәр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb