Туймазы районынында «Йырлайыҡ әле» төбәк музыка фестиваль-конкурсы үтте

Туймазы районынында  «Йырлайыҡ әле» төбәк музыка фестиваль-конкурсы үтте

Күптән түгел Туймазы районынында «Бабай утары» музей-этнография комплексында үҙешмәкәр татар фольклор ансамблдәренең «Йырлайыҡ әле» төбәк музыка фестиваль-конкурсы үтте.

Сарала республиканың Салауат ҡалаһынан, Өфөнөң Дим районынан, Туймазы, Ҡыйғы, Краснокама, Шаран, Баҡалы райондарынан коллективтар ҡатнашты. Жюри эшен күренекле татар йырсыһы Фән Вәлиәхмәтов етәкләне, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.

Конкурс һөҙөмтәһе буйынса Туймазы ҡалаһынан «Етегән йондоҙ» татар йыр ансамбле Гран-при яуланы. Салауат ҡалаһынан «Йондоҙҙар» үҙешмәкәр ансамбле I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Дим районының «Аҡ ҡалпаҡ» эстрада-йыр ансамбле II дәрәжә диплом яуланы, Краснокама районының «Аҡ ҡалпаҡ» фольклор ансамбле III дәрәжә диплом менән билдәләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb