Туймазы татар дәүләт драма театры яңы спектакль тәҡдим итә

Туймазы татар дәүләт драма театры яңы спектакль тәҡдим итә

4 декабрҙә Туймазы татар дәүләт драма театры “Ҡоторған аҡсалар” исемле спектаклдең премьераһын тәҡдим итә.

Ауылда йәшәүсе урта йәштәрҙәге ир Савва Геннадьевич Васильков Мәскәүгә килә һәм баш ҡалала матурлығы менән дан тотҡан Лидия Чебоксарованы күреп ғашиҡ була. Савва Генадьевичтың яңы дуҫтары Телятев менән Глумов был хаҡта белеп алғас, Васильковты шаяртырға уйлайҙар. Дуҫтарҙың башында бер ҡыҙыҡлы уй өлгөрә: аҡсаны уңға һулға туҙҙырып өйрәнгән Лидия Юрьевнаны Себерҙә Васильковтың алтын приискалары бар тип алдарға!
Аҡса яратыусан Лидия был хәбәргә ышанып, Васильковҡа кейәүгә сығырға була.

Был спектакль  Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре тәҡдиме буйынса, 300 мең кешегә тулмаған бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙарға ярҙам  күрһәтеү ниәтенән федераль бюджеттан бүленгән субсидияға сәхнәләштерелә. “Ҡоторған аҡсалар” “Берҙәм Рәсәй” ярҙамы менән ҡуйылған икенсе спектакль. Ошо проект нигеҙендә сәхнәләштерелгән спектаклдең беренсеһе—Хәбибулла Ибраһимов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһы. Был тамашаның премьераһы ағымдағы йылдың октябрендә уҙҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb