Туймазы татар дәүләт театры ең һыҙғанып яңы сәхнә әҫәрен әҙерләй

Туймазы татар дәүләт театры ең һыҙғанып яңы сәхнә әҫәрен әҙерләй

Күптән түгел Туймазы театры ижад коллективы замана драматургы Валерий Шергинның “Колбаса. Фрагменттар.” тип исемләнгән пьесаһы буйынса яңы спектакль әҙерләй башланы. Буласак спектаклдең режиссеры—Екатеринбургта уңышлы эшләп килгән “Коляда-театрының” актеры, режиссер Антон Владимирович Бутаков.

Театрҙың тап ошо сәхнә әҫәренә туҡталыуы осраҡлы түгел. 2016 йылда Туймазы театрында Замана драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге ярҙамы менән тәүгеләрҙән булып йәш режиссерҙар лабораторияһы уҙған ине. Антон Бутаков “Колбаса.Фрагменттар.” әҫәренә эскиз яһап лабораторияла ҡатнашты. Йәш режиссерҙың эше тамашасылар тарафынан иң күп тауыш йыйған хеҙмәт булды. 

Һүҙ уңайынан шуныһын да әйтмәй мөмкин түгел: Туймазы театры 2011 йылда танылған режиссер, актер, прозаик, драматург, сценарист К.Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты, Россияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Николай Коляданың әҫәре буйынса “Тю-тю, мөхәббәт йәки Тауыҡбаш” исемле комедия сәхнәләштергән ине. Ул спектакль үҙенең бик күп тамашасыларын тапты, Екатеринбургта уҙған «Коляда-PLAYS» Халыҡ-ара замана драматургияһы театр фестивалендә “Фестивалдең асышы” булараҡ танылды.

“Колбаса.Фрагменттар”ҙың авторы Валерий Шергин да, Антон Бутаков та Николай Владимирович Коляданың уҡыусылары. Тыуасаҡ спектаклгә дә матур яҙмыш юрайһы килә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb