Туймазы татар драма театры балалар өсөн спектакль әҙерләй

Туймазы татар драма театры  балалар өсөн спектакль әҙерләй

Әлеге ваҡытта Туймазы татар драма театрының ижад төркөмө  Михаил Бартеневтың “Бишкә тиклем һанайым” исемле пьесаһы буйынса балалар өсөн спектакль әҙерләй.

Михаил Михайлович Бартенев утыҙҙан  артыҡ пьеса авторы. Уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр донъяның 400 ҙән артыҡ театрҙарында, Голландия, Германия, Дания, Польша, Грецияла сәхнәләштерелгән.

Бер Ҡуяндың үҙендәге ҡурҡыу  хисе менән көрәше хаҡындағы спектакль дуҫлыҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡҡа дан йырлай.

Балалар спектаклен театрҙың баш режиссеры Илнур Муллабаев сәхнәләштерә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb