Туймазы татар дәүләт драма театры 4 октябрҙә Хәбибулла Ибраһимов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһы менән үҙенең XXVII миҙгелен асты.
Спектакль ярлылыҡтан тамам туйған Ғиззәт атлы йәш егеттең эш эҙләп ҡалаға килеүе һәм унда кейәүгә сығыу хаҡында хыялланған бай ҡыҙҙарына эләгеүе хаҡында.
Беҙҙең халыҡның йөҙ йылдар элек булған тормошо, йәшәү рәүеше, рухи ҡиммәттәре асыҡ сағылған музыкаль комедия тамашасының иғтитибарын беренсе минуттарында уҡ үҙенә йәлеп итте. Артистар үҙҙәренең ихлас, талантлы уйындары менән театр һөйөүселәрҙе сәхнәлә барған ваҡиғалар эсенә алып керҙе. Ә ундағы ваҡиғалар ҡуйы, мауыҡтырғыс, ә иң мөһиме бөгөнгө көнгә ауаздаш ине.
Спектакль тамамланғас, Туймазы Муниципаль районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Дилә Мөхәмәт ҡыҙы Арсланова һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай Дәүләт йыйылышы депутаты, сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынсаа комитет ағзаһы Раил Камил улы Фәрхетдинов ижат коллективын байрам менән ҡотланы. Ҡунактар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Данил Нурихановты “Иң яҡшы актер эше” номинацияһында еңеү яулауы менән тәбрикләнеләр. Әлеге приз актерға 26-нсы ижад миҙгеленә һөҙөмтә яһап, Валерий Шергиндың “Колбаса.Фрагменттар” комедияһында уйнаған Михаил роле өсөн бирелде. «Иң яҡшы актерҙар ансамбле» номинацияһын 2 «Колбаса.Фрагменттар» спектаклендә Ҡоҙағый образын оҫта башҡарғаны өсөн Маргарита Сидорова һәм Людмила роле өсөн Гөлназ Латыпова лайыҡ тип табылды.
Байрам кисендә театр директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирҙәт Фәрит улы Ғәбиҙуллин ҙур яңылыҡ хәбәр итте: Илнур Биктимер улы Муллабаев Туймазы татар дәүләт драма театрының баш режиссер вазифаһына тәғәйенләнгән.