Туймазы татар драма театры Мәскәүҙәге Мюзик-Холда сығыш яһаясаҡ

Туймазы татар драма театры Мәскәүҙәге Мюзик-Холда сығыш яһаясаҡ

Тиҙҙән Туймазы татар драма театры Мәскәүҙә сығыш яһаясаҡ. Гастролдәр1-2 февраль көндәрендә Мәскәүҙәге Мюзик-холл сәхнәһендә уҙа. Башҡортостан театры илебеҙҙең баш ҡалаһы тамашасыларына «Еҙнәкәй» һәм «Түтәйҙәр» спектаклдәрен тәҡдим итәсәк.

Театр тап ошо спектакль-Хәбибулла Ибраһимов пьесаһы буйынса ҡуйылған  “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһы менән үҙенең XXVII миҙгелен асҡайны.

Спектакль ярлылыҡтан тамам туйған Ғиззәт атлы йәш егеттең эш эҙләп ҡалаға килеүе һәм унда кейәүгә сығыу хаҡында хыялланған бай ҡыҙҙарына эләгеүе тураһында.
Музыкаль комедия-халҡыбыҙҙың йөҙ йылдар элек булған тормошо, йәшәү рәүеше, рухи ҡиммәттәре хаҡында.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb